

Өфөлә йәшәүсе 83 йәшлек иргә "банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсалар хәүеф аҫтында, уларҙы тиҙ генә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип ышандырған. Бабай мутты тыңлап, миллион һумға яҡын аҡсаһын билдәһеҙ иҫәпкә күсергән.
Әбйәлил районынан 49 йәшлек ҡатын минитрактор двигателен һатып алырға ниәтләп, "Бәйләнештә" селтәрендә иғлан яҙған.
Билдәһеҙ "һатыусы" уны алдап, 30 мең һум аҡсаны картаға күсерергә өгөтләп күндергән. Ҡатын аҡса күсергән, әммә двигателде көтөп ала алмаған...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.