Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2021, 11:53

Шикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылған

Тоннанан ашыуыраҡ шикле иҫерткес шыйыҡса райондар буйлап таралыр ине.

Шикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылғанШикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылған
Шикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылған

Дүртөйлөлә законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһын һатҡан 25, 36, 40, 43 йәшлек дүрт ир тотолған.

Шикле иҫерткес шыйыҡсаны улар билдәһеҙ кешеләрҙән күмәртәләп һатып алып, хаҡ өҫтәп Дүртөйлө районы халҡына һатҡан. Уларҙың эш урынында меңдән ашыу литр ялған алкоголь продукцияһы, алты машина, 11 кеҫә телефоны, ярты миллион һум аҡса табылған.

Туймазы районында иһә Татарстандан килгән 33 йәшлек ир тотолған: автомобилендә 2700 флакон этил спирты булған. Шуны һатып аҡса эшләргә йыйынған...

 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Шикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылған
Шикле иҫерткес шыйыҡса һатыусыларға ҡарата енәйәт эше асылған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас