+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2021, 05:49
Изге Мөхәррәм айы мөбәрәк булһын!
Диндә йыл хисабы тап ошо айҙан баш ала, һижри йыл менән иҫәпләгәндә, 1443 йылға аяҡ баҫтыҡ. Исламдағы 4 изге айҙың — Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан һәм Мөхәррәм — береһе ул. Был — тыйылыу айы. Кешеләр был осорҙа бер-береһен һүҙ менән дә, ғәмәле менән дә рәнйетмәҫкә тейеш. Был бик ҙур гонаһ һанала. Бер-беребеҙгә Аллаһтан сабырлыҡ һорайыҡ, сабырлыҡ күрһәтәйек. Ай башының ике көнөндә һәр кем ураҙа тотһа, бер ай ураҙа тотмаҡ сауабы бирелә. «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙың артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотмаҡтыр», — тиелә Хәҙис Шәрифтә. Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, милләт-ара күркәм мөғәмәлә насип итһен!
Изге Мөхәррәм айы мөбәрәк булһын!
Фото: Т. Аманов.
Автор:
Инсаф Хужабирганов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"