

Полиция хеҙмәткәрҙәре Хәйбулла районында биш урынға ут төрткән кешене ҡулға алған. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре башланған, ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе күтәрелә.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, иң күп зыян күргән Хәйбулла һәм Бөрйән райондарында бер нисә урман янғыны кешеләрҙең аңлы рәүештә үрт һалыуы арҡаһында сыҡҡан.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда дөйөм 1919,7 гектар майҙанда 26 урман янғын ҡотора, уларҙың 13-ө һүндерелгән (1529,89 гектар).
Аллам һаҡлаһын, күрәләтә үҙ ереңде нисек яндырырға мөмкин? Был башҡа һыймаҫлыҡ бит...