

Ирҙең картаһынан 29 мең һум аҡсаны сәлдергәндәр. Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре видеояҙма тапҡан - унда енәйәттә шикләнелгән ирҙе яҡшы сырамытырға мөмкин.
Бәлки, уны таныусылар булыр.
Таныһағыҙ, уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, ошо номерҙарға шылтыратығыҙ: 8-999-741-76-61; 8-937-357-17-00 йәки 02 (102 – кеҫә телефонынан).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.