

Ресурста актуаль мәғлүмәттәр тупланған. Йәғни, COVID-19 менән сирләүселәр, һауығыусылар, сирҙән вафат булыусылар һанын, республикалағы ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында белергә мөмкин.
Мәғлүмәттәр аҙнаһына бер тапҡыр яңыртыла. Уларҙы Республика менән идара итеү үҙәге әҙерләп бирә.
Республика башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостанда коронавирус менән хәлдең тотороҡло булыуын билдәләп, артта ҡалған муниципалитеттарҙа вакцинация темпын арттырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
«Диалог» йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Гореславскийҙың әйтеүе буйынса, пандемияның тәүге тулҡынында ла шундай карта эшләп, уны ҡарауҙар һаны айына 56 миллионға еткән.
Карта ярҙамында кешеләр үҙҙәренең тормошон, мәҫәлән отпускыларын, икенсе төбәккә, ҡалаға эшлекле осрашыуҙарын планлаштыра ала: картала сауҙа үҙәктәренең, ашхана-кафеларҙың, дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың, транспорттың эш ҡағиҙәләре, сикләүҙәр күрһәтелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йәмәғәт туҡланыуы урындары, мәҙәниәт һарайҙары, матурлыҡ салондары, фитнес-үҙәктәр, шифаханалар, театрҙар, бассейндар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, ҡала-ара транспорт, кинотеатрҙар Башҡортостанда ғәҙәттәге режимда эшләй. Музейға, төнгө клубҡа, бина эсендә үткәрелгән спорт ярыштарына барыр өсөн иһә прививка тураһында сертификат йәки прививка эшләтергә ярамау тураһында белешмә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт: стопкоронавирус.рф порталында https://bit.ly/3rLZl7M
Фото: Башинформ.