Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2021, 07:39

Ауылдарға яҡынлашҡан янғындар һүндерелә!

Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә ашығыс онлайн-кәңәшмә үткәрелде.

Ауылдарға яҡынлашҡан янғындар һүндерелә!Ауылдарға яҡынлашҡан янғындар һүндерелә!
Ауылдарға яҡынлашҡан янғындар һүндерелә!

 

Кәңәшмәне хакимиәт етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев ойошторҙо. Янғын һүндереү кәрәк-яраҡтары аҙ булыуы, айырыуса янғын ранецтарының етешмәүе билдәләнде. Был мәсьәлә менән БР Ауыл хужалығы министрлығы шөғөлләнәсәк. Республика Башлығы хакимиәте янғындарға бәйле хәлгә даими мониторинг үткәрә һәм уларҙы ликвидациялау өсөн ведомство-ара бәйләнеш булдыра.

 

Кисә Бөрйән районына ауылдарҙы һаҡлау өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан 50 кешенән торған ике аэромобиль төркөм һәм 6 берәмек техника, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенән өс кеше һәм бер берәмек техика, махсус тәғәйенләнештәге отрядтан 23 кеше һәм 3 берәмек техника ебәрелгән. СиС идаралығынан дөйөм 764 кеше һәм 155 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

Әлеге ваҡытта республика райондарында 22 урман янғыны ҡотора. Шуларҙың иң көслө өсәүһе Хәйбулла районында ҡупҡан (192,8 гектар (4 августан яна), 45 гектар (4 агустан), 893 гектар (5 августан)); Бөрйән районында 12 урман янғыны асыҡланған  ( 33,5 гектар, 28 гектар, 3 гектар, 1 гектар, 3 гектар, 4 гектар, 5,2 гектар, 3 гектар, 3,2 гектар, 0,5 гектар, 6,5 гектар, 3,8 гектар), Йылайыр районында 4 урында урман яна ( 250 гектар, 150 гектар, 3,9 гектар, 15,4 гектар), Ейәнсура районында өс урман янғыны (23 гектар, 5 гектар), Күгәрсен районында 0,4 гектар яна. Бөгөнгә Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында 7 урман янғыны һүндерелгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас