Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2021, 17:05

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 8 енәйәт эше асылған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы һаҡ булырға өндәй: муттар махсус программа ярҙамында полицияның телефон номерҙарын файҙаланып, кешеләрҙе алдарға оҫтарҙы. Кеше, ысын полиция хеҙмәткәре шылтырата икән, тип, муттарҙың тоҙағына эләгә, аҡсаһынан яҙа. Мәҫәлән, Ишембай районында йәшәгән 35 йәшлек ир "хоҡуҡ һаҡсыһына аферистарҙы тоторға ярҙам итер өсөн" 120 мең һумлыҡ кредит алып, аҡсаны банкомат аша билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән. Һуңынан ғына алданыуын аңлаған... Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: полиция хеҙмәткәрҙәре һис ҡасан кредит алырға, банк хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмәләрен үтәргә ҡушмаясаҡ!  

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 8 енәйәт эше асылғанТәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 8 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 8 енәйәт эше асылған

Өфөлә йәшәүсе 47 йәшлек ир ҙә ялған "банк хеҙмәткәрен" тыңлап, 300 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Бөрө районынан да 63 йәшлек ир ялған "банк хеҙмәткәре" күрһәтмәһен үтәп, 280 мең һум аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас