

Кисә Башҡортостан Башлығы ил етәксеһе менән осрашыуҙа шәхси йорттар төҙөү өсөн ташламалы ипотека мәсьәләһен күтәрҙе.
– Шәхси торлаҡ төҙөгән саҡта ташламалы ипотеканы булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Хөкүмәттә бындай ҡарар бар һәм уны ҡабул ителгән тип иҫәпләргә була. Әйткәндәй, ул ике йүнәлеш буйынса файҙаланыла ала: йорт һатып алыу өсөн дә, төҙөү өсөн дә. Был осраҡта юридик ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән тейешле килешеү төҙөлөргә тейеш, – тине Владимир Путин.