Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2021, 13:11

Сәнәғәт производствоһы күләмдәре эшкәртеү тармағы ярҙамында күтәрелгән

Радий Хәбиров ил Башлығы менән осрашыуҙа республиканың сәнәғәт производствоһы үҫеше хаҡында һөйләне.

Сәнәғәт производствоһы күләмдәре эшкәртеү тармағы ярҙамында күтәрелгәнСәнәғәт производствоһы күләмдәре эшкәртеү тармағы ярҙамында күтәрелгән
Сәнәғәт производствоһы күләмдәре эшкәртеү тармағы ярҙамында күтәрелгән

 

Тәүге ярты йыллыҡта республикала сәнәғәт производствоһы индексы 102,4 процентҡа артҡан.

 

– Рәсәйҙәге уртаса индекс менән сағыштырғанда, был күрһәткес ҙур түгел. Быны республикала табыу-сығарыу өлкәһендәге, шул иҫәптән нефть етештереүҙәге күрһәткестәрҙең түбәнәйеүен иҫәпкә алып әйтәм. Беҙҙә индекс сәнәғәт, эшкәртеү өлкәһе, мебель һәм быяла производствоһы иҫәбенә күтәрелде.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан илдең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын яуланы. Рейтинг һөҙөмтәләре Екатеринбург ҡалаһында «Инопром-2021» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында иғлан ителде.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас