Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2021, 10:09

Радий Хәбиров Владимир Путиндан Башҡортостанды ла карбон полигондарын асыу буйынса пилот проектына индереүҙе һораны

Илдә карбон полигондары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың парник газдарын һауаға сығарыуҙы кәметеү тураһындағы указына ярашлы булдырыла. Һауала парник газдары миҡдарын кәметеү өсөн уларҙың нисек һәм ҡайҙа бүленеп сығыуын, таралыуын үлсәү методикаһын эшләргә кәрәк. Ошоноң өсөн карбон полигондары, фермалары асыла ла инде. 

Радий Хәбиров Владимир Путиндан Башҡортостанды ла карбон полигондарын асыу буйынса пилот проектына индереүҙе һораныРадий Хәбиров Владимир Путиндан Башҡортостанды ла карбон полигондарын асыу буйынса пилот проектына индереүҙе һораны
Радий Хәбиров Владимир Путиндан Башҡортостанды ла карбон полигондарын асыу буйынса пилот проектына индереүҙе һораны

– Башҡортостан Республикаһы уникаль мөмкинлектәргә эйә, - тине Радий Хәбиров. - Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, бай тәбиғәт ресурстары республикабыҙға ошо исемлеккә инергә мөмкинлек бирә: карбон полигондарын асыр өсөн урмандар, хужалыҡ ерҙәре ла, алға киткән фән дә бар. Карбон полигондарын асыр өсөн ғариза биргәнбеҙ. Эксперименталь режимда ҡатнашырға рөхсәт һорайбыҙ.

Әле Рәсәйҙә ете пилот төбәге билдәләнгән: Калининград, Сахалин, Свердловск, Новосибирск, Төмән өлкәләре, Чечен Республикаһы һәм Краснодар крайы. Һигеҙенсе пилот төбәге булыу өсөн республикабыҙ яҡшы өҫтөнлөктәргә эйә.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас