

3 июлдә кисен Йәрмәкәй районында 48 йәшлек ир "Magnum RS-250" мотоциклында бағанаға барып бәрелеп һәләк була.
8 июлдә төндә Сибайҙа 19 йәшлек егет "RACER" мотоциклында юлда электросамокатта йөрөп ятҡан өсөнсө синыф уҡыусыһын тапай. Ҡыҙыҡай үлемесле яраларҙан бер нисә көн үткәс дауаханала йән бирә.
9 июлдә кисен Салауат ҡалаһында "Peugeot 308” машинаһы менән "Stels Flame 200" мотоциклы бәрелешә. Мотоциклист дауаханала үлә.
Шул уҡ төндә Хәйбулла районында "Skoda Octavia" менән "ИЖ Планета" мотоциклы бәрелешә. Мотоциклист менән уның пассажиры һәләк була.
15 июлдә көндөҙ Балаҡатай районында 45 йәшлек ир "Kawasaki" мотоциклында юлдан осоп төшөп, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем вафат була.
28 июлдә көндөҙ Өфөлә "Hyundai Solaris" менән "Suzuki" мотоциклы бәрелешеп, 39 йәшлек мотоциклистың ғүмере өҙөлә.
Һәләк булған мотоциклистарҙың күбеһенең шлемдары ла булмаған...
Имен юлдарҙа йөрөгөҙ, дуҫтар!
Фото: БР ЮХХДИ.