Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Августа 2021, 08:56

Башҡортостан спорт сараларын юғары кимәлдә ойоштора

Ил Башлығы «Цемикс» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе. 

Башҡортостан спорт сараларын юғары кимәлдә ойоштораБашҡортостан спорт сараларын юғары кимәлдә ойоштора
Башҡортостан спорт сараларын юғары кимәлдә ойоштора

 

– Башҡортостан ҙур күләмле ярыштарҙы уҙғарыуға дәғүә итә ала, – тине Владимир Путин.

 

Ул ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тиҙҙән Өфөлә уҙасаҡ юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә йүнәлтте. «Башҡортостан был сараны ла юғары кимәлдә үткәрер, тип ышанам», – тип өҫтәне Путин.

 

Донъя кимәлендәге ярыш 11 августан 23 августҡаса «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтәсәк. Турнирға 50-нән ашыу илдән бер мең ярымдан ашыу спортсы килергә теләк белдергән. 11 августан 14-нә тиклем – грэпплинг, 15-нән 23 августҡаса грек-рим көрәше һәм ирекле көрәш буйынса ярыштар ҡаралған.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас