Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2021, 11:04

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда пассажир автотранспорты ҡатнашлығында 30 июлдән алып 5 авгусҡа тиклем бер юл-транспорт ваҡиғаһы (Өфөлә) теркәлгән, аварияла бер кеше йәрәхәтләнгән. 

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендәПассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1100-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 289 протокол төҙөгән.

38 автобус водителе хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

Дүрт водитель телефондан һөйләшеп килгәндә тотолған;

21 кеше пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған;

Дүрт водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән;

Ике водитель йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән һ.б. 

 
Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас