Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2021, 14:47

Коллектив хәүефһеҙлек – иҡтисади төшөнсә

«Туймазыагробәшмәк» хеҙмәткәрҙәренең күпселеге прививка яһатҡан.

Коллектив хәүефһеҙлек – иҡтисади төшөнсәКоллектив хәүефһеҙлек – иҡтисади төшөнсә
Коллектив хәүефһеҙлек – иҡтисади төшөнсә

 

– Һуңғы ваҡытта беҙ техника һатып алыу күп аҡса бүләбеҙ. Быйыл ғына биш ауыл хужалығы техникаһы алдыҡ. Һуңғы ике йылда майҙандарҙы киңәйттек, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы үҫтереүҙе 35 процентҡа арттырҙыҡ, шулай уҡ айына 60 тонна бәшмәк етештерәбеҙ. Бөтә көскә эшләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта беҙҙең өҫтә ҙур кредит йөкләмәләре. Шуға күрә эшселәрҙең һаулығы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип белдерә предприятие етәксеһе Марсель Фәррәхов.

 

Пандемия хужалыҡтың эшен ҡатмарлаштырған. Битлек режимы һәм башҡа һаҡланыу саралары ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, 44 эшсе коронавирус менән сирләгән.

«Бизнеста ҡағиҙәләр ҡаты, эшселәр күпләп ауырыуға ҡарамаҫтан, беҙ продукцияны ваҡытында сауҙаға тапшырырға һәм ай һайын кредит түләргә тейешбеҙ».

 

Әлеге ваҡытта компанияның 22 эшсеһе вакцинация үткән. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Прививка яһатмаусыларҙың ҡайһы берҙәре табиптан белешмә килтергән. 

 

– Ни өсөн привика яһатырға булдым? Минең әхирәтем – табип. Уның кәңәштәренә таянып, вакцина алдым, – тип һөйләй һатыу буйынса менеджер Ираида Романова. – Беҙгә бала саҡта ла прививкалар яһҙай торғайнылар, был коронавирус ҡаршы вакцинация ла ғәҙәти булып китер тип уйлайым.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас