Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 11:37

Юл фажиғәләре - 4 август

Кисә республика юлдарында 17 автомобиль аварияһы теркәлгән, 20 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 4 август
Юл фажиғәләре - 4 август


Көндөҙ Мәләүез ҡалаһында 42 йәшлек ир "KIA Rio" машинаһында ете йәшлек малайҙы төрттөргән. Бала атаһы менән үткәүел аша сығып барған булған. Ул әлеге ваҡытта дауаханала.

 

Көндөҙ Ишембай районының Егән ауылында Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек ир "Toyota Avensis" машинаһында велосипедта йөрөгән 13 йәшлек малайҙы төрттөрә. Яраланған үҫмерҙе дауаханаға һалғандар.

 

Киске сәғәт туғыҙынсыла Әбйәлил районында, Асҡар-Дәүләт-Аэропорт автоюлының туғыҙынсы саҡрымында, 29 йәшлек ир идара иткән "ГАЗель" менән 46 йәшлек ир идара иткән "Toyota Corolla" машинаһы бәрелешкән. "Toyota"нан пассажир ҡатынға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Алкотестер "ГАЗель" водителенең ҡанында 0,426 промилле алкоголь булыуын күрһәткән. 

 

Тәүлек эсендә 2000-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 44 иҫерек водитель тотолған.

 

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 4 август
Юл фажиғәләре - 4 август
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: