Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 22:29

Табиптарҙың туҡһан проценты прививка яһатҡан

Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Табиптарҙың туҡһан проценты прививка яһатҡан
Табиптарҙың туҡһан проценты прививка яһатҡан
 

 

Коллектив иммунинтет булдырыу өсөн халыҡтың кәм тигәндә алтмыш проценты, йәғни 18 йәштән өлкән 1 миллион 8 йөҙ мең кеше вакцинацияланған булыуы шарт. Әле республикала был күрһәткес миллионға яҡынлаша. Ошо арала коронавирусҡа ҡаршы привика эшләтеүселәр һаны тағы ла күбәйәсәк. Башҡортостан сираттағы партия 105 мең доза вакцина аласаҡ.

 

Бөгөнгә республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләүселәрҙең 85 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан да инде.

 

- Әлбиттә, барыһы ла аңлы рәүештә, үҙ ирке менән прививка эшләтә, тип әйтеп булмай, - ти Максим Забелин. - Әммә табиптар коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡта һәм тап улар тәү сиратта һаҡланған булыуы шарт. Уларҙың иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. 

 

 

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: