Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 17:46

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған

Көн һайын тиҫтәләрсә кешегә ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, алдай, ҡурҡыта, аҡсаларынан яҙҙыра. Стәрлетамаҡтан 66 йәшлек ир ҙә муттарҙың алдағына ышанып, билдәһеҙ иҫәптәргә миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын күсергән.

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 9 енәйәт эше асылған

Өфөнән 35 йәшлек ҡатын ялған "инвестор" тоҙағына эләккән. Уның йомшаҡ өгөтөнә бирелеп, өҫтәмә аҡса эшләргә ҡанатланған ҡатын 400 мең һум аҡсаһын билдәһеҙ әҙәмгә бүләк иткән.   

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: