Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 16:38

Рәсәй ғалимдарының технологияһы АҠШ-та һынау үтте

Донъя кимәлендәге "Шыйыҡ углеводород запастарын рациональ үҙләштереү" ғилми үҙәге коллективы (уның составына Өфө дәүләт нефть техник университеты ла инә) быраулау скважинаһы өсөн яңы технология - FlowMax йыуыу күсергесен уйлап сығарған. Был технология Total компанияһында (АҠШ) һынауҙарҙы уңышлы үткән.

Рәсәй ғалимдарының технологияһы АҠШ-та һынау үтте
Рәсәй ғалимдарының технологияһы АҠШ-та һынау үтте

Һынауҙар Техастағы туғыҙ скважинала үткәрелгән.

FlowMax-ты ҡулланыу скважинаны төҙөгәндә тәүлеккә яҡын ваҡытты экономияларға форсат бирә.

Яңы технологияны уйлап табыуҙа нефть университетынан ғалим Радмир Ғәниев ҡатнашҡан.

Бындай технологиялар ярҙамында хатта Арктикала ла скважиналар бырауларға мөмкин.  

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: