Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 17:47

Ни өсөн Асҡын мәмерйәһенә тәғәйен ваҡытта ғына инергә ярай?

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе — Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә.

Ни өсөн Асҡын мәмерйәһенә тәғәйен ваҡытта ғына инергә ярай?
Ни өсөн Асҡын мәмерйәһенә тәғәйен ваҡытта ғына инергә ярай?

Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 метр бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

 

Баҡһаң, туристарҙың мәмерйәгә күпләп инеүе сәбәпле, уның микроклиматы боҙолоп, эсендәге ҡар, боҙҙар иреп бөтә яҙған. Шуға күрә хәҙер унда үҙаллы инеү тыйылды.

 

– Ҡар батшабикәһе донъяһын күрергә теләһәгеҙ, ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе үтәргә әҙер булығыҙ. Экскурсия төркөмөндә ундан  да күберәк кеше булырға тейеш түгел. Был мәмерйәлә боҙлоҡто тейешле температурала  һаҡлау өсөн кәрәк.  Унда барыу өсөн алдан яҙылырға тейешһегеҙ. Юлдың бер өлөшөн йәйәү үтергә тура килә, уны алты йәштән ҙурыраҡ балалар ҙа еңел үтә ала. Ысын күңелдән барығыҙҙың да мәмерйәне барып күреүен теләйем, - ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

 

Мәмерйәне мөмкинлектәре сикле кешеләр ҙә ҡарай алһын өсөн әҙерләү проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты парламентарий. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тәҡдим иткән «Асҡын боҙ мәмерйәһе: бөтәһе өсөн дә асыҡ» проекты Президент гранттары фонды конкурсында еңгәйне. Оҙаҡламай Асҡын боҙ мәмерйәһенә психоневрологик учреждениеларҙа йәшәгәндәр һәм интернат-йорттар клиенттары ла инә аласаҡ. Тәбиғәт ҡомартҡыһы янында яңыраҡ ҡунаҡ бүлмәһе булған һаҡ йорто төҙөлгән, тау йылғалары аша өс күпер һалынған, ҡыйыҡлы туҡталҡалар, беседкалар, бәҙрәфтәр, мәмерйә ауыҙына тиклем баҫҡыстар һалынған, эстә ут үткәрелгән.

 

Бынан тыш, Асҡын мәмерйәһе #ВыбирайБашкортостан флешмобында Башҡортостан халҡының иң яратҡан ял урыны булараҡ танылды. Был сараны блогер, Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәйес Ғәбитов башлап ебәргән. 

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: