Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 14:23

«Эшлекле ҡатын» баҫҡан ерендә ут сәсрәтер гүзәл заттарыбыҙ хаҡында

Сибай ҡалаһында журналист, продюсер Земфира Ғирфанова үҙенсәлекле проект булдырған.

«Эшлекле ҡатын» баҫҡан ерендә ут сәсрәтер гүзәл заттарыбыҙ хаҡында
«Эшлекле ҡатын» баҫҡан ерендә ут сәсрәтер гүзәл заттарыбыҙ хаҡында

 

Һәр ваҡыт яңы идеялар менән янып йәшәүсе коллегабыҙ алдынғы ҡарашлы, талантлы замандаштарыбыҙ хаҡында видеояҙмалар төшөрә. Земфира Ғирфанованың тәүге продюсерлыҡ эше — «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле башҡарыуында «Ҡәйүм ҡарт» йырына клип. Уның һәр эше халҡыбыҙҙың милли ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға һәм пропагандалауға йүнәлтелгән. Проекттың режиссеры — Айгиз Ғабдуллин.


«Эшлекле ҡатын» проектым менән Сибайҙың эшлекле мөхитен һәм милләттебеҙҙең уңған, талантлы ҡыҙҙарын күрһәткем килә. Был видеояҙмаларҙы ҡарап, кеше мөмкинлектәренең сикһеҙлеген, һәр кемдең үҙ еребеҙҙе йәмләп йәшәй алыуын күрһәткем килә», - ти проект авторы Земфира Ғирфанова.

 

«Эшлекле ҡатын» проекты менән тулыраҡ видеояҙмаларҙы ҡарап танышырға мөмкин.

 

 

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: