Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 16:41

Благовещенда суднолар төҙөләсәк!

«Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә яңы резидент – «БАШТРАНСФЛОТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инде.

Благовещенда суднолар төҙөләсәк!
Благовещенда суднолар төҙөләсәк!

 

Компания «Кессон-200» 300 тоннаға тиклем һыйҙырышлы судноларҙы күтәреү-төшөрөү ҡорамалын ремонтлау һәм яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләнә. Яңыртылған кессон ярҙамында предприятие судноларҙы ремонтлау һәм төҙөү өлкәһендә хеҙмәттәр тәҡдим итә аласаҡ. Был эш республикала йылға транспортын үҫтерергә булышлыҡ итер тип көтөлә.

 

— Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе республикаға инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен арттыра. Инвесторҙарҙың яңынан-яңы проекттарыбыҙға тотоноуы һәм аҡсалар биреүе Башҡортостанда бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырылыуы хаҡында һөйләй. «БАШТРАНСФЛОТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сифатлы судно ремонтлау хеҙмәтен тәҡдим итәсәк. Дөйөм инвестиция күләме 22,7 миллион һумды тәшкил итә, 110 эш урыны булдырыла, — тип белдерә республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

 

Проект 2021-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Быйыл предприятиела төҙөлөш-монтажлау эштәре башлана, ҡорамалдар һатып алынасаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: