Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 15:23

Башҡортостандың «Айыҡ ауыл»дарында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ

Әлегә республика йәмәғәтселе сикләүҙе ғәмәлгә индереү мөмкинлеге хаҡында һөйләшә.

Башҡортостандың «Айыҡ ауыл»дарында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ
Башҡортостандың «Айыҡ ауыл»дарында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ

 

Был сикләү ҡабул ителһә, «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңгән тораҡ пункттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ. Билдәле булыуынса, бәйге еңеүселәренә төҙөкләндереү эштәренә 2 миллион һумдан алып 5 миллион һумғаса сертификаттар тапшырыла.

 

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айыҡ ауыл тип табылған тораҡ пункттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу һәм ҡулланыу дауам итә. Был һис ярамаған эш. Улар үҙенең исеменә тура килергә һәм ысынлап та айыҡ булырға тейеш бит», – тип иҫәпләй етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

 

Уның фекеренсә, был мәсьәләне ҡануни кимәлдә хәл итергә мөмкин. Башҡортостанда халыҡтың ҡарары буйынса тәғәйен ауылда спиртлы иҫемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул ителгән. Әммә республиканың бер ауылында ла, шул иҫәптән еңеүселәрҙә, бындай тыйыу юҡ.

 

Әлеге ваҡытта республика конкурсының 2019 һәм 2020 йылғы еңеүселәре, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене, Хәйбулла районының Әбүбәкер, Әбйәлил районының Таштимер, Күгәрсен районының Исем, Бөрйән районының Брәтәк һәм Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдарында йыйылыштар уҙғарылған.

 

«Был ауылдар тәҡдимде ҡыуанып ҡабул итте. Әммә араларында ҡаршы килеүселәр ҙә бар ине. Ҡайһы бер ауылдар ҡарар ҡабул итеүгә ваҡыт кәрәклеген белдерҙе», – тип аңлата депутат.

 

Был идеяны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, профессор Сәлиә Мырҙабаева хуплай.

«Беҙ йәмәғәтселәргә ауылдарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Төбәк ҡануниәтенә ярашлы, ауыл халҡының ризалығы кәрәк», – тип хәбәр итә Сәлиә Мырҙабаева.

 

Ә һеҙ ниндәй фекерҙә, дуҫтар?

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: