Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2021, 17:40

Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәү сифаты күтәрелә

Күсемһеҙ милекте теркәүҙәге хаталар 2017 йылда биш процент булһа, быйыл бер процентҡа тиклем төшкән.

Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәү сифаты күтәрелә
Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәү сифаты күтәрелә

 

Был хаҡта республика «Росреестр»ы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова күләмле бизнес-ойошмалар өсөн үткәрелгән кәңәшмәлә хәбәр итте.

Сарала «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов, хеҙмәттең стуктур бүлексәләре етәкселәре, ҡырҡтан ашыу шәхси эшҡыуар һәм юридик шәхестәрҙең вәкилдәре ҡатнашты.

– Башҡортостанда «Росреестр» хеҙмәттәрен электрон рәүештә алыусылар һаны арта, документтарҙы ҡабул итеү сифатын күтәреү маҡсатында даими рәүештә күп функциялы үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үткәрелә. Ошо эштәр ярҙамында беҙ күсемһеҙ милекте теркәүҙәге хаталарҙы бер процентҡа, кадастр теркәүе буйынса 3, 4 процентҡа тиклем кәметтек. Шулай уҡ электрон мөрәжәғәттәрҙең һанын арттырҙыҡ (41 %, билдәләнгән бурыс – 40%).

«Росреестр»ҙа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе сроктарын биш көнгә ҡыҫҡартылған, ә электрон рәүештә – 2-3 көнгә тиклем.

Шулай уҡ кәңәшмәлә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙең туҡталып ҡалыу сәбәптәре аталды һәм уларҙы булдырмау өсөн саралар билдәләнде. «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева, дәүләт органдары етәкселәренең бизнес-структура вәкилдәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын күтәрә, административ процедураларҙы ябайлаштыра, эшҡыуарлыҡ өсөн яҡшы шарттар булдыра.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: