Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Августа 2021, 07:30

Талҡаҫта йәнә бер кеше бата яҙған

Күл буйында физкультура уҡытыусыһы Илдар Арғынбаев булмаһа, был хәлдең нимә менән тамамланырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Талҡаҫта йәнә бер кеше бата яҙғанТалҡаҫта йәнә бер кеше бата яҙған
Талҡаҫта йәнә бер кеше бата яҙған

 

Талҡаҫта ғәҙәттәгесә көн, машиналар яр буйына шығырым тулған. Баймаҡтан Динә һәм Илдар Арғынбаевтар ҙа туғандары менән күл буйына ял итергә килеп төшә. 3-сө мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Илдар Таһир улының иғтибарын һыу ингән оло йәштәге инәй йәлеп итә. «Ул ҡулдарын һыу өҫтөнә килбәтһеҙ итеп күтәрә лә кире төшөрә, аяҡтары күренгеләп ҡала. Мин «Батып бара бит», – тип күл буйында ял итеп ултырған яҡындарына ҡысҡырҙым. «Юҡ, ул шулай йөҙә», – ти улар. Йәһәт кенә һыуға ташландым, инәйҙе ҡотҡарырға кәрәк ине», – тип һөйләй Илдар Арғынбаев.

 

Илдар Таһир улы инәйҙе һыуҙан алып сығып, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Инәй аңына килә. Зыян күреүсе һөйләүенсә, ул батҡан урын әллә ни тәрән булмай, яҙа баҫып ҡолағас, ҡапыл ғына үҙаллы тора алмай, бата башлай. 

 

«Яҙа баҫып ҡолағас, күл мине үҙенә тартып алыр, тип ҡурҡтым. Илдар Таһир улына рәхмәт, әгәр ул булмаһа, ошо көндә мине моргҡа алып киткән булырҙар ине», – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә инәй.

 

Илдар Арғынбаев иһә үҙенең ҡылығын батырлыҡҡа ла тиңләмәй. «Бер ниндәй ҙә батырлыҡ түгел. Минең урында һәр кем шулай эшләр ине», – ти ул.

 

Һәр хәлдә афарин тиергә ҡала!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас