Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2021, 10:00

Бейеү байрамы

Өфөлә "Байыҡ" балалар конкурсының финалы үтте.  

Бейеү байрамыБейеү байрамы
Бейеү байрамы

Башҡорт бейеүен башҡарыусыларының "Байыҡ" телевизион конкурсы өс йәштән алып 15 йәшкә тиклемле талантлы балаларҙы берләштерҙе. Пандемия сәбәпле бәйгенең һайлап алыу турҙары онлайн форматта үтте. Шулай ҙа гала концертҡа сығыш яһау өсөн финалистар баш ҡалаға йыйылды.

- Беҙҙең конкурс бына инде 14 йыл дауамында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм ситтә йәшәгән ҡатнашырға теләгән балаларҙан хаттар ала. Ә тамашасылар аудиторияһы йыл һайын меңәрләп була. "Байыҡ" күптән инде кимәле һәм географияһы менән халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, - ти проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.

Төрлө йылдарҙа конкурста ҡунаҡ булараҡ Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағыстан, Украина, Чечня, Үзбәкстан, Осетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан, Ҡырым, Бүрәт, Хакасия балалары сығыш яһаны. 

Быйылғы гала-концертта барлығы 300-ҙән артыҡ бала ҡатнашты. Әбйәлил районының "Алтынай" ансамбле, Учалы ҡалаһынан "Уралтау" студияһы, Күгәрсендән "Гөрләүек" ансамбле һәм Белорет районының йәш таланты Илвир Мырҙағәлин конкурстың еңеүселәре тип табылды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас