

Бәләбәй районында 46 йәшлек ирҙе ялған "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" тиҙ һәм еңел аҡса эшләү ысулы менән ҡыҙыҡтырған. Һөҙөмтәлә ир билдәһеҙ иҫәпкә миллион һумға яҡын аҡсаһын күсергән.
Өфөлә йәшәүсе 40 йәшлек ир машинаһына бампер алырға ниәтләп, һатыусы менән яҙыша башлаған да, уға үҙенең банк картаһының мәғлүмәттәрен, телефонға килгән кодтарҙы әйткән. Йәғни, иҫәбендәге 31 мең һумды үҙе урлатҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.