Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2021, 11:46

Сибай филармонияһының гөрләр саҡтары алда әле!

«Уның тергеҙелеренә күптәр ышанманы», – ти Радий Фәрит улы.

Сибай филармонияһының гөрләр саҡтары алда әле!Сибай филармонияһының гөрләр саҡтары алда әле!
Сибай филармонияһының гөрләр саҡтары алда әле!
 
 

Бөгөн филармонияла реконструкция эштәре тамамланып килә, сентябрҙә ул асыласаҡ. Был ҡыуаныслы хәбәр менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уртаҡлашиы.

 

«Сибай филармонияһының тергеҙелеренә күптәр ышанманы. 2015 йылдың көҙөндә ут бинаның ҙур өлөшөн юҡҡа сығарҙы, өс стенаһы ғына тороп ҡалды. Филармонияны бындай хәлдә ҡалдыра алманыҡ, шуға күрә 2019 йылда ҙур реконструкция башланыҡ. Эштәрҙе Сибайҙың 65 йыллығына тамамларға уйлағайныҡ, тик коронавирус ҡамасауланы.

 

Янғындан һуң бинаны тулыһынса тиерлек яңынан төҙөнөк, тамашалар залын 500 урынға тиклем ҙурайттыҡ, бәләкәй зал өсөн урын бүлдек. Иң мөһиме – филармонияның үҙенсәлекле архитектура йөҙөн һаҡлай алдыҡ. Шулай уҡ яңы корпус төҙөнөк, биләмәһен төҙөкләндерҙек, инженер системаһын уйланыҡ.

 

Сибай филармонияһының яңыртылған концерт залы оҙаҡламай, сентябрҙә асыласаҡ. Ысын тауыш һәм заманса майҙан. Әминә Шафиҡова, Рөстәм Афзалов, концерт датаһын билдәләгеҙ (барлыҡ эпидемиологик сараларҙы үтәп) һәм ҡунаҡтар саҡырығыҙ».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас