Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2021, 14:15

«Уҙған йылдағы хаталарҙы ҡабатламағыҙ»

Радий Хәбиров 15 сентябргә тиклем йылытыу миҙгеленә әҙерләнеп бөтөргә ҡушты.

«Уҙған йылдағы хаталарҙы ҡабатламағыҙ»«Уҙған йылдағы хаталарҙы ҡабатламағыҙ»
«Уҙған йылдағы хаталарҙы ҡабатламағыҙ»

 

Ҡышҡа тиклем 18 мең күп ҡатлы йортто, 1603 ҡаҙанлыҡты, 4 мең саҡрым йылылыҡ селтәрен, 517 пунктты әҙерләргә, 145 саҡрым йылылыҡ һәм 240 саҡрым һыу селтәрен тулыһынса алмаштырырға кәрәк, тип белдерә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

 

–  Дөйөм алғанда, республикала йылытыу ҡоролмаларында ремонт эштәре 72%-ҡа башҡарылған, торлаҡ фондында – 68 процентҡа, ҡаҙанлыҡтарҙа – 70 процентҡа, йылылыҡ селтәрҙәрендә – 79 процентҡа. Беҙ ремонт талап ителгән объекттарҙың исемлеген төҙөнөк. Йылылыҡ инспекцияларында булдырылған ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға туҡталып үткем килә, улар 35 позиция буйынса тикшереү үткәрә. Улар йылылыҡ селтәрҙәрен өйрәнә, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Уларҙың эшенең һөҙөмтәһе буйынса 15 сентябргә тиклем паспорттар әҙерләйәсәкбеҙ.

 

Быйыл йылылыҡ миҙгеленә әҙерләнеүгә 4,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Атап әйткәндә, 154 миллион һум һәр фатирҙы йылытыу системаһына күсереүгә Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарына бүленә. Саҡмағош үҙәгендә яңы ике блоклы ҡаҙанлыҡтар эшләй башлаясаҡ.

 

– Быйыл Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы миҙгелгә ышаныслы әҙерләнә башланы. Иң мөһиме – уҙған йылдағы хаталарҙы ҡабатламағыҙ, былтыр Өфөлә был һорау бик өҫтән-мөҫтән генә ҡаралғайны. Һөҙөмтәлә йылы юғалтылды, түләүҙәр артып килде һәм халыҡ һис шикһеҙ хаҡлы асыуланды. Быйыл муниципалитеттарға был мәсьәләгә ентекле әҙерләнергә кәрәк. 9 августа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан һәм Өфө хакимиәтенән юл картаһы тапшырыуҙарын көтәм. Ә 15 сентябргә төбәктәге барлыҡ хеҙмәттәр ҙә йылытыу миҙгеленә әҙер булырға тейеш, – тип күрһәтмә бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас