Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2021, 11:11

Ковид антирекорд ҡуйыуын дауам итә

Һуңғы тәүлектә мәкерле сир арҡаһында туғыҙ кеше яҡты донъянан хушлашҡан.

Ковид антирекорд ҡуйыуын дауам итәКовид антирекорд ҡуйыуын дауам итә
Ковид антирекорд ҡуйыуын дауам итә

 

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙған оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус бәйле һуңғы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Уҙған тәүлектә 260 кеше сир йоҡторған, дөйөм һан 48 769 меңгә барып етте. Ауырыуҙар күрһәткесе буйынса республика илдә 82-се урынды биләй. Коронавирустан һауығыусылар һаны тағы 120-гә артты.

 

Республикала 4 055 инфекция койкаһы булдырылған. Буш койка фонды – 12 процент.

 

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары, Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге координаторы Римма Үтәшева хәбәр итеүенсә, 26 июлдән 1 августҡаса үҙәккә 7 600 кеше мөрәжәғәт иткән. Үҙәктең телефон һандары – (347) 218-19-19.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас