

Ошо маҡсатта 0,5 миллиард һум аҡса файҙаланылған. 2021 йылда иһә республикала «БР һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы буйынса 73 ФАП асылыр тип көтөлә. Бының өсөн федераль бюджеттан 270,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Дөйөм алғанда, 2021 йылда Башҡортостанға «Сәләмәтлек» милли проектына ярашлы, 2,6 миллиард һум аҡса бүленде. Уларҙың 2 миллиард һумы федераль бюджеттан, 636 миллион һумы – БР бюджетынан. 2021 йылдың 29 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, аҡсаларҙың касса үтәлеше 1,6 миллиард һумға барып баҫҡан, йәғни 63 процент, федераль бюджеттан – 61 процент.