Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2021, 17:08

Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра!

  Евгений Рылов Токиола барған Олимпия уйындарында арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. Женя өсөн был — быйылғы Олимпия уйындарында икенсе алтын миҙал. Бынан алда ул арҡаға ятып 100 метр араға йөҙөүҙә иң көслөһө тип танылды. Ә Климент Колесников икенсе булып килде.

Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра!Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра!
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра!

 

24 йәшлек спортсы араны 1 минут 53, 27 секундта йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы.

Икенсе урынды Америка йөҙөүсеһе Райан Мерфи яуланы (0,88 секундҡа ғына ҡалышты). Өсөнсө урында — Люк Гринбэнк (Британия). 

Автор:Лилиә Хәлитова
Читайте нас