

Был ойошма етендән эко-сумкалар, рюкзактар, ҡаптар етештерә.
2005 йылдан бирле эшләгән предприятиела 1 900 000-ҙән ашыуыраҡ сумкалар етештерелгән. Уларҙы Рәсәйҙең һәр ҡалаһында осратырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылдың 21 февралендә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында «Башҡортостан продукты» брендын Рәсәйҙә һәм сит илдә танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған саралар планы раҫланды. Уға «Башҡортостан продукты» билдәһе менән маркировкаланған тауар етештереүселәргә булышлыҡ итеү системаһын булдырыуға һәм камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар инә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.