

Рәсәй экспорт үҙәге Федерация субъекттарының экспортҡа ярҙам итеү үҙәктәренең 2020 йылдағы эшен анализланы һәм рейтингын төҙөнө. Башҡортостан Республикаһы, Удмурт Республикаһы менән Ленинград өлкәһенән генә ҡалышып, 3-сө урында килә. Рейтингты иҫәпләгәндә төбәктәрҙең экспортҡа ярҙам күләме, «уңыш тарихы» һаны, уникаль экспортлаусылар һаны; экспорт күләме һәм уның географияһы, шулай уҡ башҡа уңыштарға килтереүсе факторҙар иҫәпкә алынды.
Иң яҡшылар иҫәбендә Удмурт Республикаһы, Ленинград өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Смоленск өлкәһе, Алтай крайы, Белгород өлкәһе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.