Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2021, 09:30

Радий Хәбиров: "Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ"

"... Әле ул 65 процентҡа әҙер, бар эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамларға иҫәпләйбеҙ. Төҙөүселәр бинаның эсен йөҙлөкләй, электр селтәрҙәрен ҡора. Объекттың дөйөм хаҡы 786 млн һум тәшкил итә, уның 450 миллион һумы федераль бюджеттан бирелгән.

Радий Хәбиров: "Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ"Радий Хәбиров: "Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ"
Радий Хәбиров: "Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ"

 Гимнастика үҙәгендә күнекмә, гимнастика, хореография залдарын ҡороуҙы тамамлайбыҙ. тамашасылар өсөн трибуналар ҙа ҡуйыласаҡ.  

Башҡортостанда спорт гимнастикаһы менән 500-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә, художестволы төрөн 1300 спортсы һайлаған. Бының кеүек үҙәк гимнастарға көн дә шөғөлләнеү өсөн кәрәк, майҙансыҡта шулай уҡ төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа уҙасаҡ." 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас