

Ир уға "тикшереү" менән килеп, пенсионерҙы кинәт быуа башлаған. Шул мәлдә күҙенә алтын биҙәүестәр салынған. 17 мең һумлыҡ һырға-балдаҡтарҙы алып, ул әбейгә янап сығып киткән. Хужабикә ҡурҡышынан полицияға мөрәжәғәт итмәгән.
Июль айында ир тағы ла әбейҙең фатирына килеп ингән. Был юлы уның ҡулында сүкеш һәм пистолет булған. Янап-ҡурҡытып, ул хужабикәнең 15 мең һум аҡсаһын һәм массаж аппаратын алған.
Был юлы пенсионер ҡатын дежур часҡа ярҙам һорап барған. Полиция хеҙмәткәрҙәре урлыҡ өсөн ултырып сыҡҡан 43 йәшлек әҙәм аҡтығын ҡулға алған.
Алтын биҙәүестәрҙе ул һатып, аҡсаһын тотоноп өлгөргән, ә ысын ҡоралға оҡшаған "пистолет" ябай зажигалка булып сыҡҡан.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.