+30 °С
Болотло


Өфөлә юғалған 31 йәшлек Эльвира Рәхимованың (Быстрованың) кәүҙәһен водолаздар Йылы күле төбөнән эҙләп сығарған. Алты метр тәрәнлектә, ярҙан егерме метр алыҫлыҡта ятҡан ҡатын яртылаш кейенгән булған. Эльвираны шаһиттар күл буйында һуңғы тапҡыр 23 июлдең кисендә күрә. 24 июлдә уны полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр эҙләй башлағайны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.