Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2021, 07:24

Бүләктәр эйәһен тапты!

“Йәшлек”кә лә яҙылдылар, яҡшы приздар ҙа оттолар! Дүшәмбе иртәһендә гәзитебеҙ редакцияһында барыһы ла ашҡынып көткән сара уҙҙы -  2021 йылдың икенсе яртыһына “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк отоусыларҙы асыҡланыҡ.

Бүләктәр эйәһен тапты!Бүләктәр эйәһен тапты!
Бүләктәр эйәһен тапты!

Был конкурс йыл да әүҙем үтә, кешеләр хатта: “Ҡасан приздарҙы уйнатаһығыҙ?”, - тип йөҙәтеп тә бөтөрә. Гәзит квитанцияларын (ә улар меңгә яҡын!) беҙ төрлө алым менән ҡабул иттек. Дуҫтарыбыҙ - конверт һатып алыу ҡиммәткә төшә, тип тормаған, ябай хат итеп тә ебәрҙе, электрон почтаны, социаль селтәр сәхифәләрен дә “эшкә” ҡушты. Приздарыбыҙ ҙа елле ине - улар араһында ике суйын ҡаҙан, электр бысҡыһы, шөрөп борғос, иретеп йәбештереү аппараты, һөт айыртҡыс, сәй сервиздары булды. 

Бына, ниһайәт, хеҙмәттәшебеҙ Гөлнара Солтанованың улы Батырҙың ҡотло ҡулы менән гәзитебеҙҙең даланлы дуҫтарын асыҡланыҡ.  

Шулай итеп, төп бүләк – электр бысҡыһы Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Йәнбикә Абдуллинаның өлөшөнә сыҡты.

Баймаҡ ҡалаһынан Әсҡәт Илбулов – иретеп йәбештереү аппараты,

Стәрлебаштан Гөлниса Хәлитова – сепаратор,

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан М.Ишкилдина – шөрөп борғос,

Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан Клара Зәйтүнова, Межгорье ҡалаһынан Лилиә Сәйетова, Хәйбулла районының Сиҙәм ауылынан Фәрхана Мостафина – сәй сервизы,

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Азамат Иҙелбаев – ҙур суйын ҡаҙан, Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан Азат Ҡыуандыҡов – бәләкәй суйын ҡаҙан отто.

Даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәргә бүләктәрен килеп алғанда паспорт, ИНН, СНИЛС-тың күсермәләре кәрәк буласаҡ.

«Йәшлек»тең бүләк-күстәнәстәре мул, уртаҡлашыр серҙәре, бирер кәңәштәре күп. Артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Кемдәр гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, айҙың 20-нә тиклем яҙылһағыҙ, киләһе айҙан ала башлаясаҡһығыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас