Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2021, 18:25

Авиация университеты "Алтын ҡанаттар МАКС-2021" конкурсында «Импортты алыштырыу» номинацияһында еңеү яуланы

Өфө дәүләт авиация техник университеты ярышта ҡатнашҡан 60 ойошманы артта ҡалдырып, беренселеккә сыҡты.

Авиация университеты "Алтын ҡанаттар МАКС-2021" конкурсында «Импортты алыштырыу» номинацияһында еңеү яуланыАвиация университеты "Алтын ҡанаттар МАКС-2021" конкурсында «Импортты алыштырыу» номинацияһында еңеү яуланы
Авиация университеты "Алтын ҡанаттар МАКС-2021" конкурсында «Импортты алыштырыу» номинацияһында еңеү яуланы

Университет ярышҡа ДДА–160 тип аталған яңы быуын двигателен килтергән. Ул авиация кәрәсинендә эшләй. Был двигатель бәләкәй авиацияла ҡулланылған двигателдәрҙе алыштыра ала.

Әлеге ваҡытта осоу аппараттарында сит илдә етештерелгән двигателдәр ҡулланыла. Үҙебеҙҙә ДДА–160 двигателе етештерелә башлаһа, илебеҙ һәр яҡлап отасаҡ.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас