

Таң менән Салауат районында 20 йәшлек егет "Lifan X60" машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Аварияла 19 йәшлек пассажир егет яраланған. Йәш водителдең танытмаһы ла юҡ, иҫерек тә булған - алкотестер уның ҡанында 0,294 промилле алкоголь булыуын күрһәткән.
Киске сәғәт туғыҙынсыла Мишкә районында Стәрлетамаҡтан 52 йәшлек ир "Geely Emgrant" машинаһында юлдан осҡан.
Аварияла водитель, өс пассажир - 15 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙар, 22 йәшлек егет - ауыр яраланған. Уларҙы авто эсенән ҡотҡарыусылар сығарышҡан.
Фото: БР ЮХХДИ.