Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2021, 20:39

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын вәхшиҙәрсә үлтереүселәр суд алдына баҫасаҡ

Республика прокуратураһы Ҡыйғы районы һәм Силәбе өлкәһе кешеләренә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарарын раҫланы. Улар 100 йәшлек ветеранды талауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын вәхшиҙәрсә үлтереүселәр суд алдына баҫасаҡБөйөк Ватан һуғышы ветеранын вәхшиҙәрсә үлтереүселәр суд алдына баҫасаҡ
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын вәхшиҙәрсә үлтереүселәр суд алдына баҫасаҡ

 

Тәфтишселәр фаразынса, ирҙәр ветерандың йыйған аҡсаһы бар икәнен белгән. Былтыр июлдә улар иҫерек килеш уның өйөнә баҫып ингән, туҡмаған, язалаған һәм аҡса талап иткән.

 

Оло йәштәге ветеран уларға 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын сығарып биргән. Үкенескә күрә, үҙе төрлө ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған.

 

Сентябрҙә енәйәтселәр тотолған. Ҡара эсле әҙәмдәр 1 миллион һумға яҡын аҡсаны урманда йәшергән, ә ҡалғанын күңел асыу өсөн тотонған булған.

Автор:Лилиә Хәлитова
Читайте нас