

Мышыларҙы яһағанда шулай уҡ армоһөлдә, быяла сүсе селтәре ҡулланылған.
Был технология буйынса яһалған фигураларға 50 градус һалҡындар ҙа, 70 градус эҫе лә ҡурҡыныс түгел. Вандалдарға ла бирешеп бармаясаҡ, тип ышанғы килә.
Әлеге ваҡытта рәссамдар бар "ғаилә" лә бер стилдә булһын өсөн, ата мышының яңы һынын эшләй. Реставрациянан һуң мышы үҙ урынына ҡайтасаҡ - Учалы яғынан Белоретҡа ингән юлдың ситенә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.