

Был үҙәк - республикала эре спорт объекттарының береһе. Майҙаны - 37 мең кв. метр самаһы. 2019 йылдан алып эшләй һәм халыҡ-ара кимәлдә спорт сараларын ойоштороу талаптарына яуап бирә. Елена Шмелеваны үҙәк менән БР спорт министры Руслан Хәбибов таныштырҙы. Осрашыуҙа республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты. Елена Шмелева балаларҙы спортҡа йәлеп итеүҙе үҫтереүгә оло иғтибар бүлергә кәрәк, тине. Уның фекеренсә, бәләкәй саҡта спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, шуға күрә, тап ошо йәштә бушлай спорт менән шөғөлләнә башлар өсөн барлыҡ шартты тыуҙырырға кәрәк. "Бөгөн 90 процент спортсы бала түләүле секцияларҙа шөғөлләнә. Бушлай түңәрәктәр асыуҙы республика күләмендә башлап ебәрергә һәм башҡаларға өлгө күрһәтергә кәрәк", - тине етәксе. Тренерҙар әҙерләү сифатын күтәреү программаһы буйынса тема айырым күтәрелде. Елена Шмелева белдереүенсә, "Ауыл тренеры" республика программаһы, "Берҙәм Рәсәй" программаһына индереү өсөн иң яҡшы инициативаларҙың береһе тип табылған. Ләкин "Ҡала мөхите" программаһы спортты иҫәпкә алмай, сөнки программа тарафынан спорт объекттары ҡаралмаған.