+27 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Журналистар иғтибарына! Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға эштәр ҡабул ителә!

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итә башлау тураһында хәбәр итә. Тәртипкә ярашлы, премия 2020 йылдың сентябренән 2021 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Журналистар иғтибарына! Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға эштәр ҡабул ителә!
Дәғүәселәрҙең эштәре репортаж, очерк, документаль повесть һәм публицистик мәҡәлә; теле- һәм радиотапшырыу; фотоэштәр серияһы формаһында булырға тейеш. Улар республика, Рәсәй йәки сит ил баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында йәки айырым китап булып сығыуы шарт. Конкурс әҫәрҙәре темаларына замандаштарҙың образдары, халыҡтар дуҫлығы һәм милли мәҙәниәттәрҙең байлығы, гражданлыҡ тыныслығы һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше инә.

Материалдар 2021 йылдың 1 сентябренә тиклем ошо адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 817-се офис (Матбуғат йортоноң 8-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.

Конкурстың положениеһы ошо һылтанма буйынса һалынған: https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/active/234161/
Тулыраҡ мәғлүмәт БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында (https://pressarb.bashkortostan.ru/) һәм Башҡортостан Журналистар союзы сайтында (http://сжрб.рф/) бар.
Автор:Айбулат Ишназаров