+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

«Юлдаш»та – «Кинәйәле кәңәштәр»

Элек-электән ата-бабаларыбыҙҙың һөйләшендә, айырыуса халыҡ ижадында фекерҙе кинәйә менән әйтеү, йәғни ҡыйыш атып сәпкә тура тейҙереү булған.

 Һүҙҙе кинәйәләп әйтеү, башлыса, кешене үпкәләтмәй генә тәнҡит йәки кәңәш биреү маҡсатында ҡулланылған.  Әҙәбиәттә лә кинәйәле һөйләү образ тыуҙырыуҙа киң ҡулланыла  һәм һүрәтләү сараларының береһе булып тора.

“Юлдаш” радиоһында ла ситләтеп кенә тураһын әйтеүгә ҡоролған үҙенсәлекле рубрика бар. Ул “Кинәйәле кәңәштәр” тип атала.  Рубрикала яңғыраған күрһәт­мә­ләрҙе үтәү мотлаҡ түгел.  Ә уларҙың төбөнә төшөү өсөн бер аҙ баш эшләтеп алырға кәрәк.  Мәҫәлән, бына ошондай кәңәш әлеге мәлдә бик ҡулай: “Баҡсала эшләп йөрөгәндә тирегеҙ һыҙырыл­ғанына, яралар асылыуына иғтибар итмәгеҙ. Артабан бирсәткәһеҙ соҡона бирегеҙ. Үҙ баҡсағыҙҙа ниндәй инфекция булһын?”. Ә был кәңәш бесән мәле өсөн бик файҙалы:  “Ялан буйлап үткән саҡта йортоғоҙҙо биҙәр өсөн гөлләмә йыйып алырға онотмағыҙ. Иң шәп букеттар бындағы айыутабан, һырмауыҡ, күк сәскә кеүек ағыулы үҫемлектәрҙән килеп сыға”.

Ошондай уйынлы-ысынлы кәңәш биргән рубриканы тос һүҙле, шаян егеттәр –  Айбулат Сәсәнбаев менән Салауат Заманов алып бара. Бөгөн мөһим булған мәсьәләләр, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡи­ғаларға мөнәсәбәтен, кәңәшен  ошондай ысул менән еткерә  улар.

“Кинәйәле кәңәштәр” рубрикаһын  һәр шаршамбы  10-сы  15 минутта тыңларға мөмкин. Яҡын кешегеҙгә йәки танышығыҙға кәңәш әйтергә теләп тә тураһын һөйләй алмаһағыҙ, кинәйәләп әйтеп ҡарағыҙ. Бәлки, ярҙамы тейер.

Автор:AdminQ Admin