

Көндөҙ Дүртөйлө районында, Мәскәү-Өфө автоюлының 1242-се саҡрымында, "Toyota Corolla" менән КамАЗ бәрелешкән.
"Toyota Corolla" менән Татарстандан 67 йәшлек ир идара иткән, КамАЗ менән - Удмурт Республикаһынан 37 йәшлек ир.
Еңел автомобиль водителе үлемесле яраларҙан йән биргән, уның 68 йәшлек ҡатыны - дауаханала.
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 42 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.