

Эшҡыуар белдереүенсә, был тоҡомдо һайлауҙың күп өҫтөнлөгө бар. Уны аҫрауы артыҡ сығым талап итмәй, итенең сифаты ла юғары. Таналар "Эшҡыуарлыҡ" милли проектының "Агростартап" программаһы буйынса һатып алынған.
2019-2020 йылдарҙа райондың алты эшҡыуары конкурсты үтә алып, ошондай гранттарға лайыҡ булды һәм аҡсаны КФХ үҫтереүгә тотондо. Улар ит тоҡомло 140 баш һыйыр малы, башҡорт тоҡомло 20 ат һәм техника һатып алған, эш урындары булдырған. Дәүләкәндәр быйылғы конкурста ла әүҙем ҡатнаша - һөҙөмтәләр тиҙҙән билдәле буласаҡ.