+27 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Машина менән балалар өҫтөнә барып менгән

Нөгөштә ғаилә менән ял итеүселәр күңелһеҙ хәлгә тарыған.

Машина менән балалар өҫтөнә барып менгән

Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡта йәшәүсе 28 йәшлек ир ғаиләһе менән күптән көтөлгән ялға тәбиғәткә сыға. Тик улар янына килеп урынлашҡан ирле-ҡатынлы иҫеректәрҙең ҡыланышы уларҙың кәйефен бөтөрә.
– Яныбыҙға килеп урынлашыусылар аяҡтарында барҫып торалмаҫлыҡ булғансы эсте. Иҫерек ир руль артына ултырҙы һәм беҙҙең өс балабыҙ йоҡлап ятҡан палатка өҫтөнә барып менде. Бәхеткә күрә, сабыйҙарыбыҙ ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалды. Беҙҙең нимә кисергәнде аңлайһығыҙҙыр. Ә теге икәү иһә ғәфү үтенергә ашыҡманы. “Балаларығыҙ иҫән бит”, – тип ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡыртмаҫҡа өндәне һәм аҡса тәҡдим итте. Әлбиттә, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарын саҡырҙыҡ, – тип хәбәр итә ғаилә башлығы.

Тәртип боҙоусыларҙы һәм уларҙың машинаһын хоҡуҡ һаҡсылары алып китә һәм тейешле яза бирергә вәғәҙә итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова