+27 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Көн торошо

Республика буйынса ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ, тип фаразлай синоптиктар.

Көн торошо

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы – 29,34 градус йылы.

23 июлдә урыны менән көслө ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан төньяҡҡа күсеүсән, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 13,18, көндөҙ 29,34, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа 24 градус йылы.

24 июлдә урыны менән көслө ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ, йәшен. Ел көньяҡтан төньяҡҡа күсеүсән, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 13,18, көндөҙ 22,27, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 32 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова