+21 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар

Дауыл мәлендә яраланған ҡыҙға операция яһағандар

  20 июлдә Бишбүләк районындағы дауыл мәлендә 14 йәшлек ҡыҙ зыян күрә - уның өҫтөнә сауҙа үҙәгенең ҡыйығы ауҙарыла. Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов, ҡыҙҙы санавиация ярҙамында Өфөгә, Балалар республика клиника дауаханаһына, алып барыуҙарын хәбәр итте. 

Дауыл мәлендә яраланған ҡыҙға операция яһағандар

Уның баш мейеһенә ҡатмарлы операция яһағандар. Үҫмер әлеге мәлдә нейрохирургия бүлексәһендә республиканың иң яҡшы табиптары күҙәтеүе аҫтында.

— Уның янында әсәһе, яҡындары. Әйҙәгеҙ, бергәләп уларға - сабырлыҡ, ә ҡыҙға тиҙерәк йүнәлеүен теләйек, - тип яҙҙы Артур Зарипов. – Һеҙҙе яңылыҡтар менән таныштырып торормон. Төрлө имеш-мимештәргә ышанмағыҙ.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова